Башҡортостанда Финляндия һыйырҙары үрсетеләсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Кушнаренко районы эшҡыуары сыр етештереү өсөн ҡиммәтле тоҡомға ҡараған 66 баш тана һатып алған. Яҡын арала һыйыр малының сираттағы партияһы килер тип көтөлә. Малдарҙы аҫрау шарттары һәм хужалыҡтың киләсәккә проекттары тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Сыр етештереүгә сит илдән һыйырҙар килтерелә. Кушнаренко районы фермеры Тимур Латиповтың хужалығы сентябрҙә 66 баш танаға тулыланды. Яҡын арала тағы 34 баш мал килеүе көтөлә. Айршир тоҡомло һыйырҙар юҡҡа ғына һайланмай. Улар һауым күрһәткестәре һәм һөт сифаты буйынса ауыл хужалығы белгестәре тарафынан юғары баһалана. 200 йыл элек сығарылған тоҡом һалҡын климатлы илдәрҙә үрсетелә. Был малдарҙың һөтөндә аҡһым һәм майҙың күрһәткесе юғары. Шуға ла сыр эшләү өсөн иң ҡулайлыһы тип һанала.

Хәҙер таналар 30 көнлөк карантинда тотола. Бынан тыш, кооперативта 100-ҙән ашыу һыйыр һәм быҙау аҫрала. Кушнаренко районының һөтсөлөк комплексы проекты онлайн режимда уҙғарылған «Инвестиция сәғәтендә» өйрәнелеп, республика етәксеһе тарафынан хуплау тапҡайны. Инвесторҙар уны тормошҡа ашырыуға 120 миллион һум аҡса йүнәлтә.

Фермер хужалығында ремонт эштәре лә йылдам бара. Һыйырҙарҙы ҡышлатыу өсөн йыл аҙағына тиклем яңы мал ҡураһы сафҡа инәсәк. Проектты ғәмәлгә ашырыуға бүленгән аҡсаға һөт һыуытыу, автоматлаштырылған һуғарыу аппараттары, климатты көйләү системалары һатып алына.

Әле бетон түшәү этабы тамамланып килә. Быға тиклем бинала елләтеү ҡулайламалары беркетелде, биҙәкләү эштәре башҡарылды. Проект буйынса билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрәбеҙ.

Динис Зиннәтуллин, прораб

2016 йылдан алып эшләп килгән фермер хужалығы Өфөнөң төрлө ойошмаларын һөт менән тәьмин итә. Быйыл эшҡыуар сыр эшләү буйынса цех асырға планлаштырған. Тимәк, район халҡы өсөн яңы эш урындары ла булдырыласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова.