Ауыл хужалығы форумы быйыл онлайн үтә. Бының өсөн республика 3Д павильон әҙерләгән. Тармаҡты һанлаштырыуға ҙур иғтибар бирелгән. Агросәнәғәттә яңы технология һәм алымдар әүҙем ҡулланыла башланы.
Республикала ауыл хужалығында күрһәткестәр ҙә яҡшы. Быйыл 8 айҙа тармаҡта етештереү 6 процентҡа артҡан. Республика һыйыр ите етештереү буйынса илдә беренсе урында, бал һәм ҡымыҙ етештереүҙә – икенсе, картуф үҫтереүҙә – дүртенсе һәм теплица йәшелсәләрен үҫтереүҙә алтынсы урында килә. 3Д павильонды «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһе сайтында ҡарарға була.