Бөгөн Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй Кубогына турнир башлана

Уны асыу тантанаһы 17 сәғәттә була. Ярыштарҙа төрлө төбәктәрҙән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.

Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә көйәрмәндәрҙе турнирға саҡырып яҙҙы, әммә хәүефһеҙлек тураһында онотмаҫҡа кәңәш итте.