Башҡортостандың ҡала проекттары һәр ваҡыт етди уйланған һәм ҡыҙыҡлы. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев республикалағы төҙөлөштәргә ошондай баһа бирҙе. Бөгөн ул республика башлығы Радий Хәбиров менән Ишембайҙа Ленин исемендәге үҙәк майҙанды ҡараны. Биләмәлә күләмле реконструкция ойошторолғайны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса ойошторолған Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны. Майҙанды заманса яңыртыуға 144 миллион һум аҡса бүленә, сумманың күп өлөшө федераль үҙәктән йүнәлтелә. Радий Хәбиров тыуған яғындағы үҙгәрештәрҙе юғары баһаланы.
Владимир Якушев Үҙәк майҙанды ҡарағандан һуң, уның күп функциялы булыуын билдәләп үтте. Бында күргәҙмә павильондары, «ҡара алтын» символлаштырған фонтан булдырылған. Скверҙа рекреация зонаһы, спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, быйылдан башлап федераль гранттың суммаһы биш миллиардтан ун миллиард һумға тиклем арттырыла. Конкурста 160 еңеүсе буласаҡ. Башҡортостандың был программа буйынса уңайлы ҡала мөхите булдырыуға мөмкинлектәре юғары.
Радий Хәбиров Республика көнө алдынан ишембайҙарға бүләк тә яһай. Башҡорт нефтен сығарыуға 90 йыл тулыу уңайынан тағы ла бер күләмле реконструкция үтәсәк. 2022 йылда нефтте тәүге асыусылар майҙаны ла заманса төҫ аласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина.