Республика йортонда үткән кәңәшмәлә Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Башҡортостан илдә торлаҡ сафҡа индереүҙең 80 процентын тәьмин иткән 15 төбәк исемлегендә тип белдерҙе.
Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш кимәлендә һатылған торлаҡ күләме республикала 40 процентҡа тулмай.
Был күрһәткестәрҙә дәүләт ярҙамы саралары һәм ташламалы ипотека ла сағылыш тапҡан. Һатылмаған квадрат метрҙар ни өсөн күп булыуына федераль министрлыҡ вәкилдәре иғтибар бүлде. Торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу бурысы торғанда әлбиттә, был ҙур мәсьәлә түгел, шулай ҙа күрһәткестәрҙе күҙәтеп тороу мөһим тип билдәләнде кәңәшмәлә. Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры шулай уҡ ҡалаларҙағы ташландыҡ биләмәләрҙә лә тәртип урынлаштырыу бурысы ҡуйҙы. «Ғәҙәттә, бындай ер майҙандарының хужаһы бар, тимәк, уларҙы табырға, килешергә һәм унда төҙөлөш башларға кәрәк», - тине Владимир Якушев.
Рафиҡ Әхмәтшин.