Был турала Урал аръяғы баш ҡалаһына сәфәре барышында хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Инновациялы эшҡыуарлыҡ йорто элекке «Сибай» ҡунаҡханаһы нигеҙендә асыласаҡ. Әле бинала капиталь ремонт эштәре бара. «Киләсәк фабрикаһы» алдынғы ҡарашлы йәштәр һәм эшҡыуарҙар өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы йәмәғәт биләмәһе. Бында шулай уҡ төрлө йүнәлешле стартаптарға ярҙам күрһәтеләсәк.
Андрей Назаров шулай уҡ 2015 йылда янғында зыян күргән Сибай филармонияһын төҙөкләндереү барышы менән яҡындан танышты. Бинаның архитектура йөҙө һаҡлана. Эстә тамашасылар өсөн урындар арттырыла. Бынан тыш, бәләкәй зал барлыҡҡа киләсәк.
Хөкүмәт премьер-министры шулай уҡ республиканың мәғариф һәм фән министрлығы менән Сибай ҡалаһы хакимиәтенә 6-сы мәктәп бинаһын яңыртыу проектын әҙерләргә ҡушты. 1953 йылғы бина күптән заман талаптарына яуап бирмәй. Андрей Назаров был белем усағында уҡыусыларҙы эшсе һөнәрҙәргә әҙерләү буйынса пилот проектта ҡатнашыу тәҡдимен индерҙе. WorldSkills чемпионаты киләһе йыл Башҡортостанда үтеүен иҫәпкә алғанда башланғыс бик урынлы булыр ине тигән фекер белдерҙе хөкүмәт премьер министры.