Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ваҡытлыса ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы статусы бирелгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала социаль селтәрҙә дауахананың баш табибы Шамил Булатов хәбәр иткән.

Уның белдереүенсә, Өфөнөң 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы ковидарийға үҙгәртелеүгә бәйле, Ҡыуатов дауаханаһы ашығыс хирургия медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ваҡытлыса яңы статус ала. Быға бәйле, медицина учреждениеһының ҡабул итеү-диагностикалау бүлегендә тиҙ арала айырым инеү урыны эшләнгән, ул тулыһынса медицина ҡорамапдары менән йыһазландырылған.