Проекттар яҙыу өсөн Өфөлә тағы бер майҙансыҡ барлыҡҡа килде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тренинг, оҫталыҡ дәрестәре һәм ирекмәндәр хеҙмәте. Төрлө өлкәләрҙә проект яҙыу өсөн Өфөлә тағы бер майҙансыҡ барлыҡҡа килде.

Коворкинг үҙәк Башҡорт дәүләт аграр университеты нигеҙендә асылды, ул вуздың төп корпусында урынлашҡан. «Белем лабораторияһы» үҙәге авторы Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы уҙғарған форумда 120 мең һумлыҡ грант ота. Проект ошо аҡсаға ғәмәлгә ашырыла. Бында ирекмәндәр уҡытыу саралары, кино кисәһе, йыйылыштар ҙа үткәрергә күҙаллай. Майҙансыҡ ике өлөшкә бүленгән, беренсеһе проекттар әҙерләү өсөн булһа, икенсеһе – ял зонаһы. «Белем лабораторияһы» коворкинг үҙәгенең саралар теҙмәһе яҡын арала интернет селтәренә эленеп ҡуясаҡ.

Әлфинә Килдейәрова.