Был турала Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Өфөләге Яркий биҫтәһе менән танышҡандан һуң белдерҙе. Федераль министр баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге комплекслы төҙөлөштө тотош ил күләменә өлгө итеп ҡуйырлыҡ тип билдәләне.
Ғариповтар Дим биҫтәһенә күсенгәнгә өс йыл тулған. Йәш ғаилә яңы биҫтәнән ҡәнәғәт. Төҙөлөш ойошмаһы уларҙы торлаҡлы ғына итмәгән. Зауыҡлы итеп төҙөлгән йорттар эргәһендә генә мәктәп балалар баҡсаһы, тейешле социаль инфраструктура. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ла йыһазландырылған.
Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев «Яркий» биҫтәһе менәен яҡындан танышты. Өфөләге комплекслы төҙөлөш өлгөһөн тотош Рәсәй кимәлендә өлгө итеп алырлыҡ тип билдәләне федераль ведомство етәксеһе. Дим районындағы яңы биҫтә халҡының йәшәү шарттарының уңайлығы бар яҡлап та уйланылған. Сауҙа, төрлө хеҙмәт күрһәтеү ойошмалары эргәлә генә урынлашҡан. Бынан тыш, заманса мәғариф үҙәктәре лә терәлеп тора. 2019 йылда биҫтәлә полилингваль «Смарт» мәктәп сафҡа инде. Әле 180 урынлыҡ балалар баҡсаһында эштәр тамамланыу алдында. Кескәйҙәргә лә күп телле тәрбиә биреләсәк.
Киләсәктә яңы биҫтәлә 4600 уҡыусыға иҫәпләнгән бер нисә мәктәп, 1400 урынға балалар баҡсалары, поликлиника һәм ике физкультура-һауыҡтырыу үҙәге төҙөү ҡарала.
Баҙар иҡтисады үҫеше Рәсәйҙә йылдам урбанизацияға этәргес бирҙе. Таш джунглиҙарҙың кеше мөхитенә кире йоҡонтоһон кәметеү өсөн заманса торлаҡ комплекстары тап Өфөнөң Дим районындағы Яркий биҫтәһендәге кеүек булырға тейеш тип билдәләне федераль министрлыҡ етәксеһе.
Рафиҡ Әхмәтшин.