«Башҡортостандың ҡыйыу һәм һәләтле халҡы менән ғорурланам»

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Радий Хәбиров республика көнөнә арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. Унда һуңғы тиҫтә йылдағы ҡаҙаныштар барланды, тыуған төйәге өсөн фиҙаҡәрлек күрһәткән шәхестәр тәбрикләнде. Тантанан БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән репортаж.

Утыҙ йылға тәүге тапҡыр Республика көнө пандемия осорона тура килә. Шуға ла байрам сараларында санитар-гигиена талаптарын теүәл үтәүгә иғтибар көслө. Ҡунаҡтарҙың температураһы үлсәнә, битлектәр таратыла, ҡулдары эшкәртелә. Залдағы урындар ҙа социаль дистанция ҡағиҙәләре буйынса бүленгән.

Яңы шарттарҙа республика 30 йыллығын билдәләһә лә дәүләтселек тамыры тәрән һәм ныҡлы. Был турала«Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһында ойошторолған күргәҙмә һөйләй. Документтарҙың төп нөсхәләрендә, күп милләтле төбәктең үҫеш тарихы.

Башҡортостан быуаттар төпкөлөнән күп милләтле илебеҙҙең ышаныслы терәге булды тип билдәләне Республика башлығы Радий Хәбиров. Үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылғандан алып, халҡыбыҙ дәүләтселеккә хыянат күрһәтмәне. Кәрәк икән ҡулына ҡорал алып Ватан һағына баҫты, ил иҡтисады, сәнәғәт үҫешенә тос өлөш индерҙе.

Бөгөн Башҡортостан мәкерле дошман, коронавирус пандемияһы менән көрәштең алғы һыҙығында. Республикала сир таралыуына ҡаршы һөҙөмтәле саралар күрелде.

Залда Башҡортостан башлығы республика һәм илебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙе бүләкләне. Танылған ғалим, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүргә «Башҡортостан алдындағы ҡаҙанышы өсөн» ордены тапшырылды. Республикабыҙ аҡһаҡалы 30 йыл элек хәҙерге Башҡортостанға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған.

Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Виктор Пчелинцевҡа Радий Хәбиров «Григорий Аксаков» орденын тапшырҙы. Бүләкләнеүсе фекеренсә, 30 йыл элек раҫланған документ, тотош ил тарихында әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнде. Ул хәҙерге Рәсәй, төбәк менән үҙәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәләне. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытты.

Республика көнө Башҡортостандың төп дәүләтселек байрамы. 30 йыл элек халҡыбыҙ мәнфәғәтенән сығып социаль-иҡтисади, фәнни һәм рухи-мәҙәни үҫешкә нигеҙ һалынды тип билдәләй Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев.

Тантанала республика ҡунағы, яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев та ҡатнашты. Ул һуңғы йылдарҙағы Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһендәге уңыштарына туҡталып, республиканың йылдам үҫеш юлында булыуын билдәләне.

Федераль министр сәхнәлә оҙаҡ йылдар төҙөлөш өлкәһендә эшләп, ҙур уңышҡа ирешкән ватандаштарҙы ведомствоның маҡтаулы исемдәре һәм почет грамотаһы менән бүләкләне. Тәбрикләнеүселәр араһында Туймазы ҡалаһынан штукатур-маляр Рәмзиә Кәлимуллина ла бар. Ул 30 йылдан ашыу республиканың төҙөлөш өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт итә.

30 йыллыҡ Башҡортостан үҙенең шанлы тарихын яҙа. Республикабыҙҙың артабанғы үҫешен тәьмин итеү, дәүләтселекте нығытыу, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, иҡтисади ҡеүәтте арттырыу өсөн бөгөн дә берҙәмлек кәрәк. Заман шундай талап ҡуя тиелде, Республика көнө уңайынан ойошторолған танатанала.

Рафиҡ Әхмәтшин.