Республика көнө ҡала һәм райондарҙа ла киң билдәләнде

Йәмғиәт,

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт байрамы менән тап килгән ҡыҙыл дата уңайынан төбәктәрҙә йәрминкәләр, күңел асыу саралары ойошторолдо, объекттар асыу тантанаһы үтте. Йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барған саралар  хаҡында артабан...

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республиканың төп байрамы менән бергә Баймаҡ халҡы райондың  90 йыллығын да билдәләне. Үҙәк майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Ҡала халҡына ит, бал, һөт ризыҡтары, иген культуралары тәҡдим ителде. Шулай уҡ төбәктә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде, уңыштар  барланды, яңы бурыстар билдәләнде. Күп бала тәрбиәләүсе ете гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды.

Иглиндә халыҡ һәр ваҡыттағыса район мәҙәниәт йорто алдына йыйылды. Байрам йәрминкәһе кәштәләре татлы балдан, йәшелсә-емештән, ит, һөт ризыҡтарынын һығылды. Майҙанда үлән сәйҙәре, миндек, утын һәм башҡа кәрәк-яраҡтар сауҙаһы ла эшләне. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары ҡатнашлығындағы концерт район халҡының кәйефен күтәрҙе, сағыу тәьҫораттар бүләк итте.

Ә Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта «Башҡорт ихатаһы» асылды. Ленин урамындағы спорт һәм балалар уйын майҙансығын ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк тип баһаларға мөмкин. Объектты сафҡа индереү өсөн гараждар күсерелгән, парковка урындары булдырылған, ағас үҫентеләре ултыртылған. Байрам райондың – 90, Мораҡ ауылының – 250 йыллыҡ тарихын билдәләү тантанаһы менән тап килде.

Баҡалы районы ла байрамды әһәмиәтле ваҡиға менән ҡаршылай. Урында һөт эшкәртеү заводы базаһында сыр бешерелә башланы. Цехтың проекты райондағы инвест сәғәттә тикшерелгән, Ауыл хужалығы министрлығынан аҡса бүленеп ҡоролмалар һатып алынған. Етештереүселәр тиҙҙән үҙҙәре бешергән сыр кибет кәштәләренә сығыр тип өмөтләнә.

Тыл хеҙмәтсәндәре, әсәләр һәм һуғыш балалары. Яңауыл районы Яңы Артауыл ауылында Республика көнөнә яңы скульптура композицияһы барлыҡҡа килде. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаэль Сафин менән староста Вәғиз Рахманғоловтың башланғысын барыһы ла күтәреп ала. Тарихи ысынбарлыҡҡа хөрмәт билдәһе булған мемориалға ике ай эсендә күмәк көс менән 400 мең һум аҡса йыйыла. Уны асыу тантанаһында хәрби йырҙар яңғыраны, ветерандар хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сарала скульптураның авторы Рафаил Зинуров та ҡатнашты. 

Мәсетле районы Әләгәҙ ауылы ла бүләкле булды. Әләгәҙ ауылында Зауыҡлы биләмәләр йылында ял һәм мәҙәниәт паркы сафҡа инде. Федераль программа буйынса ике гектар ерҙә асфальт юл һалынған, тротуар эшләнгән, балалар майҙансығы файҙаланыуға тапшырылған. Киләсәктә бында хоккей, футбол уйнарға мөмкин. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған һәйкәл төҙөкләндерелгән. Байрам көнөндә оло быуын вәкилдәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Кушнаренко районында үткән тантанала ла Республика байрамы, ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт көнө киң билдәләнде. Механизаторҙар, мал ҡараусылар, аграрийҙар үҙәк ял һәм мәҙәниәт паркына йыйылды. Майҙанда күңел асыу саралары уҙғарылды, йәрминкәлә халыҡ ауыл-хужалығы тауарҙары һатып алды. Сауҙала яһалған байрам ташламалары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Рәйлә Күсемханова.