Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығышында республика үҫешенә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙға рәхмәт әйтте.
“Республика көнөн ҡатмарлы осорҙа билдәләйбеҙ. Пандемияға бәйле Башҡортостан да ныҡлыҡҡа һыналды һәм ул был имтиханды уңышлы үтте”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, ауыл медицинаһын тергеҙеүгә ҙур көс һалына. Быйыл 111 фельдшер-акушер пункты, 3 табип амбулаторияһы асыла.
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта яңы инфекция дауаханаһы төҙөлөшө урынында ла булды. Бында ул күсмә кәңәшмә уҙғарҙы.