Дим биҫтәһендә элекке эске эштәр район бүлексәһе бинаһында көрәш буйынса махсус спорт залы асылды

Унда капиталь ремонт эшләнгән, яңы спорт ҡорамалдары алынған. Спорт залында 300-ән ашыу бала шөғөлләнә ала. Әле бында дзюдо, самбо, кикбоксинг, бокс, тхэквондо буйынса күнекмәләр ойошторолған. Секцияларға балаларҙы йыйыу дауам итә.