“Радиоэлектроника сәнәғәтен үҫтереү федераль программаһына ярашлы, республикала 2 миллиард һумға авиация сәнәғәтен төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Шулай уҡ Күмертау авиация ойошмаһы Ка-32 вертолетын етештереүгә рөхсәт алыу буйынса документ юллай”, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров.