Республика көнө алдынан Иҫке Собханғол – Мораҡ автомобиль юлының бер өлөшө файҙаланыуға тапшырылды. Күгәрсен районынан Шүлгәнташ мәмерйәһе боролошона тиклем илткән юлға асфальт түшәлде. Бының өсөн 235 миллион һум тотонолдо. Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғайса Хәлитов әйтеүенсә, яҡын арала автомобиль юлының башҡа участкаларында ла асфальт түшәлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт