Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына пациенттар туғандарына килеү тыйылды

Бындай ҡарар санитар-эпидемилогик талаптар менән аңлатыла. Грипп һәм һалҡын тейҙереү кеүек сирҙәрҙе тараматмаҫ өсөн клиникаға ситтән халыҡты индермәҫкә ҡарар ителгән. “Аҙыҡ-түлек йәки башҡа әйберҙәрҙе дауахана хеҙмәткәрҙәренә ҡалдырырға була. Улар тәғәйен кешегә алып барып тапшырасаҡ”, - тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә дауахананың баш табибы Шамил Булатов.