Кардиоүҙәктә дауаланған ауырлы ҡатындың һәм уның сабыйының ғүмере хәүеф аҫтында була. Табиптар консилиумы пациентты бала табыу йортона күсермәйесә, кардиология бүлегендә операция ярҙамында тыуҙырырға тип хәл итә. Баланың һәм йәш әсәнең хәле тураһында киләһе яҙма.
Көтөп алынған осрашыу. Ете айлыҡ ҡына булып яҡты донъяға килгән сабый үҙен яҡшы тоя. Республика клиник перинаталь үҙәге табиптары Наталья Степанованы йөклө сағының иртә осоронан алып күҙәтеү аҫтына ала. Сөнки пациенттың сәләмәтлеге насарая, тахикардия диагнозы ҡуйыла. Йөрәк сирле йәш әсәнең ғүмеренә хәүеф янағас, ашығыс операция эшләнә. Әмәлиәт кардиоүҙәктә башҡарыла.
Кардиология үҙәгенә кесарь киҫеме үткәреү өсөн акушерҙар килтерелә. Оҡшаш әмәлиәт 15-се тапҡыр эшләнә, ҡайһы бер осраҡтарҙа икеләтә, йәғни йөрәккә операция һәм кесарь киҫеме үткәрергә тура килә, ти табиптар. Артабан шәфҡәт туташтары бригадаһы сабыйҙы перинаталь үҙәккә күсерә. Бында уның хәлен белгестәр күҙәтә, дауалау курсы үткәрелә.
Бала ике килограм 410 грамлыҡ булып донъяға килә. Етлекмәй тыуған сабый булараҡ ул тәүҙә махсус инкубаторҙа ята, ә йәш әсә йөрәк сиренән дауалана. Бер аҙна үткәндән һуң Степановтарҙың хәле яҡшыра.
Йәш әсә менән сабыйҙың сәләмәтлеге яҡшырғас, улар Республика перинаталь үҙәгенән өйгә оҙатылды. Бәпесте унда бер туған ағаһы менән апаһы, ә йәш ата-әсәне күңелле мәшәҡәттәр көтә.
Әлфинә Килдейәрова