Уның авторҙары әйтеүенсә, айырыуса ҡала үҙәгендә эш көндәрендә машина ҡалдырыу мөмкин түгел. Шунан сығып, урам ситендә 20 минуттан оҙағыраҡҡа ҡалдырылған автомобиль хужаларынан аҡса түләтеү ҡарала. Мәктәп, дауахана, спорт объекттары янында иһә бушлай ваҡытты 1 сәғәткә тиклем оҙайтырға була. Документ 29 октябргә планлаштырылған пленар ултырышта өсөнсө уҡыуҙа ҡарала.