Өфөлә быйылғы капиталь ремонт программаһынан күп фатирлы 17 йорт сығарыла

"Төбәк операторы" фондынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер йорттарҙа йәшәүселәр торбаларҙы алмаштырыу өсөн стена һәм иҙәнде емереүҙәрен теләмәй, баш тартыусылар бар. Ике йорт иһә авария хәлендә тип танылған, уларға ремонт эшләнмәй. Быйыл Өфөлә 594 йортто капиталь ремонтлау планлаштырыла.