Башҡортостанда яңы йылдан балалар баҡсаһы өсөн түләү суммаһы үҙгәрә

Мәғариф һәм фән министрлығы бойороҡ проекты әҙерләгән. Документҡа ярашлы, һәр район һәм ҡала өсөн хаҡ билдәләнә, балалар баҡсалары яҙылған сумманы үҙ аллы арттыра алмай. Балалар баҡсаһы өсөн иң күп түләү Өфөлә була, көнөнә 151 һумдан билдәләнә.