Йәш пациент һөйәктәре йыш һыныуҙан яфаланған. Өфө ортопед-травматологтары менән Санкт-Петербург балалар травмвтология һәм ортопедия медицина үҙәге белгесе Дмитрий Буклаев яһаған операция уңышлы үткән. Пациентҡа һөйәк туҡымаһының тығыҙлығын арттырған препараттар ҡуйылған. Республика балалар-клиник дауаханаһында артабан да бындай операциялар ойоштороу ҡарала.