Башҡортостанда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар уңышын йыйыу тамамланды

4 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған- уҙған йыл менән сағыштырғанда 787 мең тоннаға күберәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу  дауам итә. Әлегә дөйөм майҙандарҙың 74 процентында эштәр теүәлләнгән. 794 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған. Гектар кеүәте 372 центнер.