Орнитологтар йылы яҡҡа осҡан ҡоштарҙы һанауҙа ирекмәндәрҙе ярҙамға саҡыра. 20 күҙәтеүсе республиканың 9 районынан осар ҡоштарҙы видеоға төшөрөп ебәргән. Иң ҙур өйөргә Баҡалы районында тап булалар, ирекмәндәрҙең береһе 3 мең 590 торна йылы яҡҡа күсенеүенә шаһит була.