Ә уҡыусылар көҙгө каникулға бер аҙна алдан ебәрелә. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә коронавирус пандемияһының икенсе тулҡынына ҡаршы тороу саралары барланды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәр шатланырлыҡ түгел. КОВИД йәнә рекорд ҡуя. Шуға ла кәңәшмәлә иҫкәртеү сараларын тиҙләтеү тураһында фекер алышынды.
Һуңғы осорҙа Республика көнө уңайынан ойошторолған концерт халыҡтың теленән төшмәй. Йәмәғәтселектә тамашаға ҡарата төрлө фекерҙәр бар. Берәүҙәр Радик Юлъяҡшин, ДДТ төркөмө һәм башҡа йондоҙҙарҙың сығышын шатланып ҡабул итһә, бәғзеләр концертты урынһыҙ тип баһалай. Уларҙың ҡарашында ла хаҡлыҡ бар. Бер нисә көн рәттән республика, Рәсәй һәм донъяла коронавирус йоҡтороусылар һаны арта. Хәл хатта, яҙғы осорҙан да киҫкенләшә. Ковид рекорд ҡуя. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы сетерекле хәлгә айырым туҡталды.
Кәмендә 1 декабргә тиклем Башҡортостан башлығы барлыҡ күләмле мәҙәни сараларҙы кисектереп торорға ҡушты. Ҡайһы бер осраҡта уларҙы күпләп халыҡ йәлеп итмәй генә уҙғарырға мөмкин. Спорт өлкәһендә лә шул уҡ хәл. Ярыштар үтә, әммә көйәрмәндәрһеҙ генә.
Башҡортостан мәктәптәрендә 200 уҡыусы һәм 150 уҡытыусы коронавирус йоҡторған. 4 мең бала карантинда. Хәлде тағы ла киҫкенләштермәҫ өсөн көҙгө каникул бер аҙна алдан башлана. Уҡыусылар 19 октябрҙан 4 ноябрға тиклем ял итә. Эпидемиология күрһәткестәре көйләнмәгән осраҡта ял тағы бер аҙнаға һуҙылыуы ихтимал
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты пассажирҙарҙың йәмәғәт транспортында ғына түгел, туҡталыштарҙа ла мотлаҡ битлектә булыу тәҡдимен индерҙе. талаптарҙың үтәлешен контролдә тотоу маҡсатында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы менән берлектә рейдтар ойоштороу ҡарала. Бынан тыш, Радий Хәбиров эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрен дистанцион форматҡа күсереү мөмкинлектәрен өйрәнергә ҡушты.
Башҡортостан башлығы шулай уҡ мәктәп ашханалары эшен камиллаштырыу талабын да ҡуйҙы. Был йәһәттән өлгө булырға тейешле Өфө ҡалаһында туҡланыу сифатына ялыуҙар арта. Республика етәксеһе шулай уҡ баш ҡала райондарының береһендә «Башҡортостан ихаталары» проекты үтәләше сифатына ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
Башҡортостан хөкүмәте структураһында ла үҙгәрештәр бар. Фәнүр Йәғәфәров республика башлығы хакимиәтенә эшкә күсеүгә бәйле, хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатыла. Шулай уҡ төҙөлөш һәм архитектура, транспорт һәм юл хужалығы, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеттары министрлыҡтар итеп үҙгәртелә.
Рафиҡ Әхмәтшин.