Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының алтынсы саҡырылыш составы формалаша

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡануниәткә ярашлы, ул 30 кешенән торасаҡ. Ағзаларҙың өстән бер өлөшөн республика башлығы, икенсеһен Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай раҫлай.

Ҡалғандарын яңы тәғәйенләнгән палата ағзалары йәмәғәт ойошмалары кандидаттары араһынанан һайлап ҡуя. Йәмәғәт палатаһына инергә теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы. Кәрәкле документтар исемлеген Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтында табырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте экрандағы телефон номеры аша белешергә була.

Әлфинә Килдейәрова.