Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында фельдшер-акушер пункты асылды

Ул 1 мең 176 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Районда быйыл 5 медицина пункты файҙаланыуға тапшырыла. Сентябрҙә Оло Әбеш ауылында эшләй башланы, тиҙҙән Степной, Әбүбәкир һәм Антингән ауылдарында асыла. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ошондай уҡ фельдшер-акушер пункты Әбйәлил районының Елембәт ауылында ла пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Быйыл республикала 111 акушер пункты, 3 табиб амбулаторияһы асыла.