Буласаҡ чемпиондарға - яңы келәм

"Мәктәптә - спорт көрәше" проекты буйынса Күгәрсен районы Күгәрсен ауылы мәктәбендә заманса йыһазландырылған милли көрәш залы асылды. Бөгөн бында өс тиҫтәгә яҡын бала шөғөлләнә. Күнкмәләрҙе тәжрибәле тренер Айрат Шәрипов үткәрә. Залды асыу тантанаһында урындағы хакимиәт етәкселеге, депутаттар, хеҙмәт ветерандары ҡатнашты. Белем усағына спорт ҡорамалдары һатып алыуға сертификат тапшырылды.