2022 йылға тиклем барлыҡ сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға 5 миллард һумдан ашыу финанс сығымдар ҡаралған, шуның 2 миллиард һумдан ашыуы федераль ҡаҙна иҫәбенә тура килә. Был күрһәткестәр, Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев рәйеслегендә үткән оператив штаб ултырышында әйтелде. Кәңәшмә видеоконференция тәртибендә ойошторолдо. Федераль министр быйыл ауыл хужалығы үҫешенә дөйөм алғанда 36 миллиард һум аҡса йүнәлтенлеүен билдәләне.
Башҡортостанда быйыл 145 төрлө обьект сафҡа индереләсәк. Уларҙың дөйөм хаҡы миллиард ярым һум самаһы. Бынан тыш ауыл ерендә 23 балалар спорт майҙансығын, һыу һәм газ селтәрен яңыртыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн тәғәйенләгән 200 майҙансыҡты тәртипкә килтереү ҡаралған.
Рафиҡ Әхмәтшин.