Дәүләт бураларына барлығы 4 миллион 11 мең тонна иген һалынған. Был былтырға ҡарағанда, 787 мең тоннаға күберәк. Гектар ҡеүәте лә былтырғы 19,9 центнерҙан юғарыраҡ – 23 центнерға етә яҙа. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов белдереүенсә, иген етештереүҙә мул уңышҡа минераль ашламалар ҡулланыу, юғары репродукциялы орлоҡ һатып алыу иҫәбенә ирешелгән.
Иген культураларын йыйыу тамамланһа ла, баҫыуҙарҙа шәкәр сөгөлдөрө һәм майлы культуралар йыйыу дауам итә. Бөгөнгә төбәктә 769 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған, көнбағыш баҫыуҙарының 149 мең гектарында уңыш йыйыу тамамланған.
Гөлдәриә Йосопова.