Спорт көрәше – мәктәптәргә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баймаҡтың ике белем усағында спорт залдары файҙаланыуға тапшырылды. Ҡаланың икенсе мәктәбендә һәм Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан бишенсе мәктәптә йәш спортсылар өсөн уңайлы шарттар булдырылды

Тәжрибәле көрәшсе Әлмир Ишниязов балалар менән эш башлағанда инде. Йыһазландырылған бүлмәләрҙә спортсылар грек-рим һәм традицион көрәш, башҡа алыш төрҙәре буйынса шөғөлләнәсәк. Тренер Айгиз Яҡшыбаев өсөн яңы спортзалының асылыуы икеләтә ҡыуаныс. Бында ул ауыл тренеры дәүләт программаһы буйынса эш башлай.

Бүлмәләр Башҡортостан мәктәптәренә – спорт көрәше проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә. Бында ҡаланың башҡа мәктәптәренән дә балалар шөғөлләнә аласаҡ. Урындағы эшҡыуарҙар спорт формаларын алыуҙа ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә Республика буйынса барлығы 40 мәғариф учреждениеһында ошондай спорт залдары асылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнештә Баймаҡ спортсыларын ҡотлап, уларға уңыштар теләне. Тап тыуған мәктәптә алған башланғыс юғары кимәлдәге ярыштарға юл аса.

«Спорт көрәше – мәктәптәргә» Проекты балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға һәм уларҙың һаулыҡ кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Яңы спорт залдары үҙ маҡсатына ирешер һәм Баймаҡ көрәшселәренең уңыштарына үҙ өлөшөн индерер.

Әлфиә Хәмитова.