Благовещенға инвесторҙар килә

Йыл аҙағына тиклем тағы 5 сәнәғәт компанияһы йылдам үҫеш биләмәһендә етештереү майҙансыҡтары булдырырға ниәтләй. Борсаҡ эшкәртеүҙе яйға һалыу, быяла, һурҙырғыстар, иҫәпләүсе ҡорамалдар эшләү заводтарын, ярым фабрикаттар предприятиеһын төҙөү планлаштырыла. Благовещен йылдам үҫеш биләмәһендә әлегә ете резидент эшләй.