Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән, ул ай аҙағында пленар ултырышҡа сығарыла. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, закон проекты балалар сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән, алкоголһеҙ энергетик эсемлектәрҙы йышыраҡ үҫмерҙәр ҡуллана, ул иһә бала организмына алкоголь һымаҡ уҡ насар тәьҫир итә.