15-се тур уйындары 21-23 ноябрҙә үтә. “Өфө” командаһы 23 ноябрҙә Мәскәү өлкәһенән “Химки” футбол клубын ҡабул итә. Ҡышҡы тәнәфес алдынан аҙаҡҡы 19-сы тур 16-18 декабргә тәғәйенләнгән. 17 декабрҙә “Өфө” клубы Краснодарҙа майҙан хужалары менән осраша. Әле чемпионатта Милләттәр лигаһы уйындарына бәйле ҡыҫҡа тәнәфес. 17 октябрҙә “Өфө” клубы Мәскәүҙә “Локомотив” менән осраша. Әйткәндәй, команданы был уйынға яңы баш тренер Ришат Рәхимов алып сыға.