Төркиәлә балалар һәм өлкәндәр араһында шашка буйынса донья чемпионаттары дауам итә

Йәштәр беренселегенең 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында классик программала Өфөнән Сафия Танһыҡҡужина еңеүсе булды. Быға тиклем ул рапид һәм блиц уйындарында ла алтын миҙал яулағайны. Команда чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 6 спортсы сығыш яһай.

Муродулло Амриллаев, Александр Георгиев, Айнур Шәйбәков блицта алтын, рапидта көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар турнирында Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова һәм Елена Мильшина көмөш миҙалдар алды.