Ашығыс медицина ярҙамын саҡыртыу 40 процентҡа артты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Радий Хәбировтың республика станцияһы сәфәре барышында аҡ халатлылар үҙҙәре билдәләне. Табиптар ҡайһы осраҡта пациентты поликлиникаға йүнәлтеүҙәрен дә аңлатты. Башҡортостан башлығы үҙ сиратында ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытырға вәғәҙә бирҙе. Өфөнөң Ленин районына ҡараған Затон биҫтәһендә яңы подстанция төҙөләсәк. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрселәре әҙерләгән яҙмала.

Махсус пакеттарҙағы һаҡланыу костюмдары ярты йыл инде ашығыс ярҙам бригадаларының айырылғыһыҙ атрибуты. Был кейем КОВИД йоҡтороу хәүефе булған пациенттарҙан саҡырыу килгәндә бирелә. Йыш ҡына скафандарҙарҙы көнөнә бер нисә тапҡыр кейеп сисергә тура килә. Сығымдарҙы кәметеү маҡсатында күп тапҡыр ҡулланыла торған костюмдар һатып алынған.

Ябай фельдшермы, махсус эпидемия төркөмөн ебәрергәме, диспетчер 30 секунд эсендә ҡарар ҡабул итергә тейеш. Ауырыу ғүмеренә хәүеф янамаған осраҡтарҙа пациент поликлиникаларҙағы медицина ярҙамы төркөмөнә йүнәлтелә.

Республика ашығыс ярҙам станцияһы тәүлегенә мең ете йөҙ саҡырыу ҡабул итә. Ковидҡа тиклемге осорҙа был һандар кәмендә 600 мөрәжәғәткә аҙыраҡ булған. Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәргә күрһәтелгән фиҙаҡәрлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм республикала артабан да һаулыҡ һаҡлау өлкәһен нығытыуға етди иғтибар бүленәсәк, - тип билдәләне.

Осрашыу барышында республика станцияһы баш табибы Ленин районы подстанцияһы бинаһы иҫкереүен һәм Өфө ҡалаһы йылдам үҫеүенә бәйле яңы подстанцияларға ихтыяж тойолоуын билдәләне. Мәҫәлән, Затон биҫтәһендә ашығыс медицина ярҙамына ҡытлыҡ һиҙелә. Радий Хәбиров мәсьәләне шәхси контролгә алыуын белдерҙе һәм табиптарға ауыр эштәрендә бер аҙ түҙемлек теләне. Йыл аҙағында коронавирусҡа ҡаршы вакцина күләмле ҡулланыуға сығарыла башларға тейеш.

Рафиҡ Әхмәтшин.