Иртәгәнән республикала барлыҡ рәсми кәңәшмәләр онлайн тәртиптә үтергә тейеш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан башлығы республика хөкүмәте президиумы ултырышында шундай талап ҡуйҙы. Радий Хәбиров район-ҡалалар башлыҡтарына, ведомстволар һәм дәүләт ойошмалары етәкселәренә социаль дистанция һаҡлау һәм битлек тәртибен үтәү буйынса эске ҡағиҙәләр әҙерләп раҫларға ҡушты.

Хөкүмәт Президиумы ултырышында шулай уҡ милли проекттар, төҙөлөш, ауыл хужалығы, мәғариф һәм сәнәғәт өлкәләренә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу үтте