Республика Хөкүмәтендә Стратегик үҫеш буйынса кәңәшмә үтте. Премьер-министр Андрей Назаров төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр менән таныштырҙы. 2019 йылда Башҡортостанда сәнәғәттә – 4, төҙөлөштә 7 процентлыҡ үҫеш булған. Ауыл хужалығында быйыл да күрһәткес яҡшы булмаҡсы. Айырыуса эшкәртеү сәнәғәте үҫешкә ыңғай йоғонто яһарға тейеш, тип белдерҙе Андрей Назаров.