Башҡортостан – инвестиция йәлеп итеү буйынса илдә алдынғы төбәк

Республика Хөкүмәтендә Стратегик үҫеш буйынса кәңәшмә үтте. Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов төп күрһәткестәр менән таныштырҙы. Башҡортостан Инвестиция мөхите торошо буйынса милли рейтингта 9-сы урынға күтәрелде. Былтыр 322 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Ыңғай күрһәткесте һаҡлап ҡалыу өсөн Үҫеш корпорацияһы нигеҙендә проект менеджерҙары институты барлыҡҡа килә. Белгестәр инвестиция йәлеп итеү һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тиклем ярҙам итә.