Бының өсөн 7 миллиард 700 миллион һум тотонолған, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. “Росагролизинг” ойошмаһы беҙҙең республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһын алыу рейтингында 33-сө урындан өсөнсөгә күтәрелде. “Алтын көҙ” халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә республикаға “Йыл төбәге” дипломы тапшырылды.