Конституцияға индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, ил президенты төбәк прокурорҙарын Федерация советы менән консультациянан һуң тәғәйенләй, урындағы власть органдарының ризалығы кәрәкмәй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, әҙерләнгән закон проекты Республика ҡануниәтен Рәсәй Констуцияһына яраҡлаштырыу йүнәлешендә тәүге документтарҙың береһе.