Унда йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды. Республика башлығы Радий Хәбиров командующийҙы милли гвардияның Волга буйы округы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 40 йыл тулыу менән ҡотланы. Өфөлә Совет майҙаны реконструкциялана, унда Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла. Герой исемен Росгвардияның Өфө отряды йөрөтә. Юридик институтты тамамлаусыларҙың тап ошо урында ант биреүен, полиция һәм Росгвардия хәрбиҙәренең төрлө тантаналарын уҙғарырға планлаштырабыҙ, тние Радий Хәбиров.