Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рөстәм Моратовты хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары- иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһына тәғәйенләне

Моратов Рөстәм Хәмит улы 1980 йылдың мартында Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуа. Мәскәү дәүләт сервис университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһын тамамлаған. Быға тиклем вице-премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры булды.