Радий Хәбиров дәүләт учреждениеларында санитар талаптарҙың үтәлешен көсәйтергә бойорҙо. Бөгөндән һәр министрлыҡ, ведомство, район һәм ҡала хакимиәттәрендә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү саралары буйынса эске ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Улар менән БСТ каналы хәбәрселәре лә танышты.
Өфөнөң Дим районы. Алдан иҫкәртеүһеҙ генә урындағы хакимиәткә үтәбеҙ. Антисептик ишек алдында. Коридорҙа битлек кейгән кешеләр. КОВИД-ты инҡар итеү күренеше һиҙелмәй. Талаптар теүәл үтәлә.
36 ла 6. Температура нормала булғанда барлыҡ ишектәр асыла. Шул иҫәптән беҙҙең оператор өсөн дә. Осраҡлы эш бүлмәһенә үтәбеҙ. Компьютер алдында яңғыҙ йәш белгес, әммә битлектә.
Радий Хәбиров барлыҡ дәүләт учереждениеларында битлек тәртибен көсәйтергә ҡушты. Һәр министрлыҡ, ведомство һәм урындағы хакимиәттә был йәһәттән эске ҡағиҙә әҙерләнде. Пандемия осоронда санитар талаптар үтәлешен Башҡортостан башлығы шәхси контролендә тота.
Радий Хәбиров шулай уҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәренә кәңәшмәләрҙе бары тик онлайн тәртиптә уҙғарырға ҡушты. «Төрлө мәсьәләләр буйынса йышыраҡ видеоэлемтә саралары менән ҡулланһағыҙ, вирус та аҙыраҡ таралыр», – тине Башҡортостан башлығы.
Рафиҡ Әхмәтшин.