Өфө районы Миловка ауылы мәктәбенән өс уҡыусы «Агробыуын» проекты стипендияһын аласаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Дәртләндереү сараһы Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан булдырылған. Фәнни эштәр конкурсында еңеүсегә ай һайын биш мең һум түләнә, икенсе-өсөнсө урын алыусыларға стипендия күләме мең ярым һумдан өс мең һумға тиклем етә.

Былтыр Миловка ауылы белем усағында агросиныф булдырылғайны, мәктәп Башҡорт дәүләт аграр университеты менән тығыҙ бәйләнештә, уҡыусыларға профориентация эше алып барыла. Үҫмерҙәр биология фәнен ентекле өйрәнә, лаборатор тикшеренеүҙәр уҙғара. Мәғариф учреждениеһында «аҡыллы теплица» ла булдырылған.

Гөлназ Хәйбуллина.