Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Һалым кодексына үҙгәреш индереү буйынса федераль ҡанунды хуплайҙар. Уға ярашлы, 5 миллион һумдан күберәк табыш алғандарға 15 процент һалым һалына. Әле ябай граждандарға физик шәхестәр килеменә һалым, йәғни, НДФЛ 13 процент менән билдәләнгән. Депутаттар юғарыраҡ түләүҙән килгән табышты ауыр һәм хроник сирле балаларҙы дауалау өсөн тотонорға тәҡдим итә.