Башҡортостанда прокурорҙы депутаттар ризалығынан башҡа тәғәйенләйҙәр

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында ошоға бәйле закон проекты ҡарала. Уға ярашлы, Республика Прокурорын тәғәйенләү өсөн депутаттар ризалығы кәрәкмәй. Бындай үҙгәреш Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереүгә бәйле. Дәүләт башлығы төбәктәргә прокурорҙы Федерация Советы менән консультациянан һуң үҙ аллы тәғәйенләй ала. Әле республика парламентында Конституцияға бәйле төбәк һәм федераль ҡануниәтте тейешле тәртипкә килтереү эше бара.