Иртәгә “Герой бул” акцияһы үтә. Уны республика ҡан тапшырыу станцияһы һәм “Юғалтыуҙар юҡ” хәйриә фонды ойоштора. Ҡан биреүсегә 531 һум компенсация түләнә. Уны хәйриә аҡсаһы итеп күсерергә мөмкин. Йыйылған сумма Онкология диспансерында дауаланған балаларға йүнәлтелә. “Ҡан доноры булыуҙың ыңғай яҡтары күп”, - ти ҡан тапшырыу станцияһы белгесе Фирүзә Хәлилова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика ҡан тапшырыу станцияһының адресы: Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41 кәсер 1. Акция иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө бергә тиклем дауам итә. Әйткәндәй, ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаты һәм “Юғалтыуҙар юҡ” хәйриә фонды партнерҙарының бүләктәре бирелә.