Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе уҙғарҙы

Унда Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев тармаҡтың 9 ай эсендәге эше тураһында һөйләне. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республика етештереүселәренә ярҙам саралары, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү буйынса фекер алышты.