Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығының сит төбәктәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында «Ғәйнә башҡорттары: телем, тарихым, халҡым» проекты тормошҡа ашырыла. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан туған телдә бер нисә китап баҫтырылды. Улар араһында башҡорт теленең ғәйнә диалекты һүҙлеге, шағир Наил Ғәбдүшевтың ошо диалектта яҙылған шиғырҙар йыйынтығы, башҡорт телен республиканан ситтә уҡытҡан педагогтар өсөн методик әсбаптар, уҡыусылар өсөн башҡорт теленән эш дәфтәрҙәре тупланған. Башҡорт телендә китаптар төбәктең 51 китапханаһына тапшырыла, ти Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТөбәктә шулай уҡ башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асылды. Ул Ғабдулла Туҡай исемендәге Барҙа гимназияһы нигеҙендә ойошторолған. Дәрестәр уҙғарыуҙы ойоштороуҙа Тәтешле районынан педагогтар ҙур ярҙам күрһәтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПермь крайында «Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе» проекты Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән Грантына тормошҡа ашырыла.