Уҙған тәүлектә Башҡортостан юлдарында 9 авария теркәлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Башҡортостан юлдарында 9 авария теркәлгән, уларҙа 10 кеше йәрәхәтләнгән.

Яңауыл районында Нефтекама – Энергетик автомобиль юлының 7-се километрында «Хендай» автомобиленә идара иткән 22 йәшлек водитель велосипедта барған 8 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән. Һуңынан ул юл билдәһенә төртөлөп, кюветҡа түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә өсөнсө синыф уҡыусыһы төрлө йәрәхәттәр алған. Водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы билдәле. Тәүлек эсендә инспекторҙар 24 водителдең рулдә иҫерек булыуын асыҡлаған. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле, 2400-ҙән ашыу осраҡ теркәлгән.